3 декабрь, Шәмбе

05 март 2012 йыл, 10:00

Мартта Өфөлә эшҡыуарҙарҙы бушлай дүрт консультация көтә

автор: Любовь Колоколова

Өфө Эшҡыуарҙар союзының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә март айында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бушлай дүрт индивидуаль консультация үтәсәк. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген һәм юридик белемен күтәреү маҡсатында ай һайын үткәрелә.

Шулай итеп, 6 мартта Өфө Эшҡыуарҙар союзы директоры Лариса Землянова «Нисек яңы эш асырға» темаһына консультация үткәрәсәк. 13 мартта «Хеҙмәт һаҡлау буйынса уҡыу-инженерлыҡ үҙәге» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы директоры урынбаҫары Рәмилә Жидкова «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын һаҡлау эштәрен нисек ойошторорға» темаһына консультацияһын тәҡдим итәсәк.  

22 мартта хужалыҡ итеүҙең ойоштороу-хоҡуҡи формаһын һайлау һәм предприятиены теркәү тәртибе тураһында  «Фонд АЯКС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса урынбаҫары Ирек Ильясов һөйләйәсәк.

27 мартта «Һалым һалыуҙың уңайлы системаһын һайлау һәм бухгалтер иҫәбен алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына «Бизнес-партнер» компанияһы директоры урынбаҫары Диана Киселева үҙенең кәңәштәрен бирәсәк.

Консультациялар алдан теркәлеү буйынса сәғәт киске 4-тән 6-ға тиклем үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 241-47-44.