4 декабрь, Йәкшәмбе

05 март 2012 йыл, 9:46

Башҡортостанда инвалидтарҙы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса программа раҫланды

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Башҡортостан Республикаһында эшләмәгән инвалидтарҙы, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар республика программаһын раҫлау тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программаны дөйөм финанслау күләме 17 миллион 445 мең һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш, уларҙан 14 миллион 825 мең һум – федераль бюджеттан алынған субсидия, ҡалғандары – республика бюджеты средстволары. Программа ярҙамында өҫтә атап әйтелгән граждандар категорияһы эшкә урынлашыу һәм үҙҙәренең килемен арттырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә буласаҡ. Программаның маҡсатлы күрһәткестәренә ярашлы, бындай 400 кеше эшле булмаҡсы. Бынан тыш, теркәлгән эшһеҙлек кимәле республикала 2012 йыл аҙағына 1,4 проценттан да артмаҫҡа тейеш.

Указға ярашлы, программаны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт менән Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы хеҙмәттәшлек итәсәк. Төбәк Хөкүмәтенә программаны ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.