5 декабрь, Дүшәмбе

02 март 2012 йыл, 18:07

Хәйбулла районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары тәбрикләнде

автор: Людмила Терновая

Хәйбулла районында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сараларҙы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү тантанаһы башлап ебәрҙе.

Яҡынса 140 ҡатын район етәкселеге менән осрашып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Райондың йәш артистары ҡунаҡтарға матур концерт күрһәтте.

Бөгөнгө көндә Хәйбулла районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың 184 тол ҡатыны йәшәй, социаль яҡлау органдары һәм урындағы хакимиәт тарафынан уларға ҙур иғтибар бүленә. Шулай итеп, былтыр 34 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған кешеләр исемлегендә тормаған өс ҡатындың йортонда район хакимиәте ярҙамы менән капиталь ремонт үткәрелгән. Быйыл районда йәшәүсе биш тол ҡатынға яңы фатирҙан асҡыстар тапшырылған.

темалар: байрамдар