Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Ректорҙар советының сираттағы күсмә ултырышы Стәрлетамаҡта үтте

Йәмғиәт

Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары етәкселәренең ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән сираттағы осрашыуы Стәрлетамаҡта үтте.

Юғары һөнәри белем биреү системаһындағы үҙгәрештәр, төбәк вуздарында белем алыу мөмкинлектәре менән танышыу, ҡала һәм республика хеҙмәт баҙарҙарында талап ителгән һөнәрҙәрҙе асыҡлау маҡсатында ҡаланың Мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусыларының һәм студенттарҙың ата-әсәләре, педагогтар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары, училище уҡытыусылары йыйылды.

Осрашыуҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, БР вуздарының Ректорҙар советы рәйесе Морат Ғөзәйеров; М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, В.В.Путиндың республикалағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Раил Әсәҙуллин; Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафин; Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов; РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы Фәим Мөхәмәтшин ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе үҙҙәре етәкселек иткән уҡыу йорто тураһында һөйләне, ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың бихисап һорауҙарына яуап бирҙе.

Осрашыу Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенттарының концерты менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть