9 декабрь, Йома

02 март 2012 йыл, 17:04

Өфөләге мәшғүллек үҙәге хеҙмәттәренән бер аҙнала 2000 кеше файҙаланған

автор: Галина Бахшиева

Ике меңдән ашыу кеше был аҙнала Өфөләге мәшғүллек үҙәге хеҙмәттәренән файҙаланған. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, дәүләт мәшғүллек хеҙмәте бөтә хеҙмәттәрҙе лә бушлай күрһәтә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 февралдән 2 мартҡа тиклем 400-ҙән ашыу кеше ҡалалағы хеҙмәт биржаһы ярҙамында эшкә урынлашыу мөмкинлеге алған. Уларҙың 200-ҙән ашыуы мәғлүмәттәр базаһынан һайлап алынған. Тағы шул самаһы эш эҙләүсе эш биреүселәр менән осрашып, әңгәмәләшеү үткәндән һуң эшкә саҡырылған.

Эшһеҙ граждандар араһынан тағы 60-лаған кеше был аҙнала хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡырға ебәрелгән.