Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Аграрийҙарға ташламалы хаҡтар менән бүленгән нефть продукттарының йыллыҡ күләме 10 процентҡа артасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары былтыр республикаға кәметелгән хаҡтар буйынса дизель яғыулығы һәм «Нормаль-80» бензины бүленеүе арҡаһында 800 миллион һумдан ашыу экономия яһаған. Уларға «Башнефть» компанияһы ошондай ташлама эшләгән, ул үҙенең һатыу ойошмаһы – «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аша ауыл хужалығы етештереүселәренә льготалы хаҡтар менән 97,256 мең тонна солярка һәм 5067 тонна «Нормаль-80» бензинын тейәп оҙатҡан.

Бынан тыш, аграрийҙар өсөн нефть продукттарына сығымдарҙы субсидиялау сифатында республика бюджетынан 2011 йылда өҫтәп 420 миллион һум бүленгән.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яғыулыҡҡа хаҡтар «Башкирнефтепродукт» йәмғиәтенең күмәртә хаҡтарынан 30 процент күләмендәге ташлама менән билдәләнгән. 2012 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн бүленәсәк нефть продукттарының күләме былтырғы йыл менән сағыштырғанда тағы 10 процентҡа артасаҡ, тип көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть