4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2012 йыл, 16:24

Башҡортостанда социаль юл йөрөү билеты алыуға ғаризалар ҡабул ителә

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бер нисә айҙан пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән «Башавтотранс» дәүләт предприятиеһының транспорт карталары ғәмәлдән сығарыласаҡ. Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылдың 1 ноябренән «Башҡортостан Республикаһының социаль картаһы»н алған кешеләр генә юлда ташламалы хаҡтар менән йөрөй аласаҡ. Уларҙы сығарыуға ғаризалар бөгөндән ҡабул ителә. Бының өсөн теләге булғандарға БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта берҙәм социаль юл йөрөү билетының хаҡы республикала айына 400 һум тора, уны күпме ҡулланыу буйынса сикләүҙәр юҡ. Бындай билет Башҡортостан сиктәрендә трамвайҙарҙа, троллейбустарҙа, муниципаль автобустарҙа, борамдарҙа, шулай уҡ Башҡортостан йылға пароходсылығы судноларында льготалы хаҡтар менән юл йөрөү хоҡуғы бирә. Ташламаға хоҡуғыңды ниндәйҙер документ менән раҫламайынса, бының өсөн кондукторға социаль картаны күрһәтеү ҙә етә.  

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 8-800-100-8180 телефонына бушлай шылтыратырға мөмкин.