Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы булдырылды

Йәмғиәт

Күмертауҙа ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советының ойоштороу ултырышы үтте, унда ҡатындар – предприятие етәкселәре, депутаттар корпусы, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырышта ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе һәм Башҡортостан Республикаһының «Время» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһының директор-баш мөхәррире Елена Камалованы бер тауыштан ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайланы.

Елена Камалова яңы йәмәғәт ойошмаһының формаль рәүештә генә булдырылмауына һәм уның яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүенә ышанысын белдерҙе.

Ҡала округының һәр хеҙмәт коллективында ҡатын-ҡыҙҙар советын булдырырға ҡарар ителде, уларҙың рәйестәренән ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы идаралығы тупланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть