Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан ауылдарында табиптар күбәйәсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда йәш табиптар, «Земство табибы» программаһында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев  һәм Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Фидус Ямалетдинов «Земство табибы» программаһының төп положениелары менән таныштырҙы. Программа 2011 йылдың сентябрендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин менән тәҡдим ителгән биш көнүҙәк инициативаның береһе булып тора.

Рәсәй Хөкүмәте уны тормошҡа ашырыуға 11 миллиард һум аҡса бүлергә әҙер. Республикала 2012 йылда программала 553 кеше ҡатнаша ала. Уларҙың һәр береһе федераль бюджеттан – бер миллион һум, республика бюджетынан 100 мең һум аҡса аласаҡ. Ә табип, үҙ сиратында, ауыл ерендә контракт буйынса биш йыл эшләргә тейеш.

Республикала ауыл ерендә 1300-ҙән ашыу белгес етешмәй. Бөгөнгө көнгә 215 табип «Земство табибы» программаһында ҡатнашырға теләк белдергән.

6 мартта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтәсәк, унда дәғүә итеүселәр сығыш яһаясаҡ. Бынан һуң өс көн дауамында комиссия ағзалары уларҙы программаға индереү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть