9 декабрь, Йома

02 март 2012 йыл, 15:31

Әлфис Ғаязов: «Мәғариф тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү көн талаптарына яуап бирә»

автор: Людмила Терновая

«Мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы БР законы үҙ көсөнә инде. Был үҙгәрештәр, тәү сиратта, закондың бөгөнгө көн талаптарына яуап бирә алыуына йүнәлтелгән, тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.

— Барлыҡ үҙгәрештәр, шул иҫәптән закондар сығарыу кимәлендә лә, йәшәү шарттарының үҙгәреүенә бәйле, — тине ведомство башлығы. – Ошо йәһәттән законға индерелгән үҙгәрештәр киләсәккә йүнәлтелгән ыңғай хәл булып тора. Бөгөн илдә һәм республикабыҙҙа маҡсатлы программалар системаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәғариф системаһына ҡарата бындай алым ҡулланыу тәүге осорҙа артабан үҫешеүҙең кәрәкле йүнәлештәрен билдәләй. Индерелгән тәҡдимдәр нигеҙендә был положениелар бойомға ашырыла. Бындай алымдар юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте. Атап әйткәндә, уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләһе тап маҡсатлы программалар ярҙамында хәл ителә.

Әлфис Ғаязов илдә һәм республикабыҙҙа «Беҙҙең яңы мәктәп» программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуын миҫалға килтерҙе. Уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу, шулай уҡ үҙәк һәм республика тарафынан бүленгән аҡсалар иҫәбенә матди-техник базаны нығытыу буйынса күрелгән саралар ҙа быға миҫал булып тора.