10 декабрь, Шәмбе

02 март 2012 йыл, 14:12

Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин республиканың баш ҡалаһында граждандарҙы ҡабул итте

автор: Любовь Колоколова

Владимир Путиндың Башҡортостандағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин граждандар менән сираттағы осрашыу үткәрҙе.  

Депутат менән осрашыуға республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан ун кеше килде. Улар торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә, Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыуҙа ярҙам һорап, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарының законға ҡаршы эшмәкәрлегенә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итте.

Мәсьәләләрҙең күпселеген Рафаэль Мәрҙәншин өҫтәмә тикшереүгә алды, тип хәбәр иттеләр «Эшлекле Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарыу дирекцияһынан.

«Ай һайын төбәк аҙналыҡтарын Владимир Путиндың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә республика граждандары менән осрашыу өсөн файҙаланырға ниәтләйем. Бындай тәжрибә һайлаусыларҙың наказдарын үтәү йәһәтенән дә, партия эшмәкәрлегенә өҫтәмә импульс биреү йәһәтенән дә үҙен тулыһынса аҡлай», тип билдәләне Рафаэль Мәрҙәншин.