Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан юлсылары 2011 йылда Рәсәй ҡаҙнаһын 20 миллион һумға тулыландырған

Иҡтисад

2011 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлсылары федераль ҡаҙнаға 20 миллион һум аҡса күсергән. Юл япмаһына зыянды ҡаплау сифатында ауыр йөк машиналары хужаларынан килгән средстволар төп табыш сығанағы булған.  

Федераль юл агентлығының «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһаповтың әйтеүенсә, автомобиль юлдарына ауыр транспорт килтергән зыянды ҡаплау иҫәбенә былтыр 10,5 млн һум аҡса күскән. Тағы ла 4,5 млн һум традицион яҙғы хәрәкәтте сикләү ғәмәлдә булған осорҙа юл йөрөүгә рәхсәт ҡағыҙы алыуға дәүләт пошлинаһы түләү арҡаһында йыйылған.

— Рәхсәт ҡағыҙҙары биреү – Идаралыҡ функцияһының береһе, беҙ түләүле нигеҙҙә күрһәткән дәүләт хеҙмәте, — тип аңлатты Радмир Ваһапов.

Ҡалған биш млн һум иһә – подряд ойошмаларының дәүләт контракттары буйынса йөкләмәләрен үтәмәгән өсөн түләгән штрафтары.

Идаралыҡ начальнигы вазафаһын башҡарыусының хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостандағы федераль трасса участкаларында яҙғы юл өҙөклөгө осоронда юл япмаһын һаҡлау маҡсатында билдәләнеүсе юл йөрөүҙе сикләү 1-нән 30 апрелгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Ә 20 майҙан 31 авгусҡа тиклем Рәсәйҙә 32 градустан эҫе булғанда ауыр йөк машиналарына юл йөрөү тыйыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть