5 декабрь, Дүшәмбе

02 март 2012 йыл, 13:26

Рөстәм Хәмитов Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Республика башлығына ун кеше мөрәжәғәт итте, улар мөһим, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты.

Атап әйткәндә, Өфөлә портатив һәм стационар пандустар урынлаштырыу, ҡала янындағы 8 март ауылын һыу менән тәьмин итеү һәм ҡайһы бер урамдарын яҡтыртыу, Инорс биҫтәһендәге Сельская Богородская урамының бер өлөшөн яҡтыртыу, шулай уҡ Шакша һәм Дим биҫтәләрен төҙөкләндереү тураһында мәсьәләләр күтәрелде.

Шакшала йәшәүсе ҡатын биҫтәнең насар хәлдә булыуын билдәләп, Башҡортостан баш ҡалаһының башҡа райондары менән сағыштырмаса, уның үҫеш йәһәтенән артта ҡалыуына бәйле борсолоуын белдерҙе.

— Шакшала яҡшы юлдар, магазиндар, ял итеү урындары юҡ, ҡала үҙәгенә барып етер өсөн бер нисә автобусҡа ултырып барырға кәрәк, — тине ул. – Поликлиникала терапевт ҡына бар. Быларҙың барыһы ла Шакша халҡы өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

Республика башлығы фекеренсә, бындай хәл ҡала ҡараған Калинин районы һәм ҡала власының эшләп еткермәүе арҡылы килеп тыуған. Рөстәм Хәмитов киләсәккә Шакшаны үҫтереү планын әҙерләргә, яҡын арала халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләрҙе, тәү сиратта, транспорт проблемаһын хәл итергә ҡушты. Уның фекеренсә, Салауат Юлаев проспектын Шакша күперенә тиклем оҙонайтыу яҡшы бәйләнеш булдырырға, шулай уҡ Шакша биҫтәһенә инвесторҙар йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк.

Дим биҫтәһендә йәшәүсе ҡатын да шундай уҡ мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте. Уның фекеренсә, 60 мең кеше йәшәгән район өсөн ял итеү урындарының булмауы, мәктәптәр һәм балалар баҡсаларының етмәүе етди проблема булып тора. Рөстәм Хәмитов районды комплекслы үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, уның инфраструктураһын булдырыуҙа өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләне. Мәктәп һәм балалар баҡсаһын, япмалы һырғалаҡ, бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәген төҙөү, «Орион» ижад йортона капиталь ремонт үткәреү Дим районын йәшәү өсөн уңайлыраҡ итәсәк.

Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы ауыл эргәһендә көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү хаҡлылығы тураһында мәсьәлә күтәрҙе.

— Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, шуға күрә мөрәжәғәт итәбеҙ, — тип билдәләне ул.

Республика башлығы был мәсьәләнең әлегә аҙаҡҡаса хәл ителмәүе хаҡында әйтте.

— Ҡала өсөн был ҙур проблема булып тора, әммә ул халыҡтың хоҡутарын ҡыҫырыҡлау юлы менән хәл ителергә тейеш түгел, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Мәсьәләне хәл иткәндә мотлаҡ һеҙҙең фекер ҙә иҫәпкә алынасаҡ. Яңы сүплек – проблеманан сығыу юлы түгел, заманса технологиялар ҙа бар.

Республика Президенты БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө һәм Өфө районы властары менән берлектә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү проблемаһын заманса хәл итеү юлдарын табырға һүҙ бирҙе.

Өфөнөң инициатива төркөмө Рөстәм Хәмитовҡа «Йәшел Өфө» акцияһын үткәрергә ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте, уның сиктәрендә 10 мең үҫенте ултыртыу планлаштырыла. Ҡала структураларында был идея яҡлау тапмаған. Республика Президенты идеяны хупланы ғына түгел, акцияла ҡатнашырға ла һүҙ бирҙе. Уның фекеренсә, бындай башланғыстарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә кәрәк, сөнки тормошобоҙҙо яҡшырта алырлыҡ ҡала берләшмәһе тап ошо рәүешле формалаша.

Өфөлә йәшәүсе ҡатын, өс бала әсәһе социаль льготалар алыу өсөн һәр өс-дүрт ай һайын справка артынан йөрөүенә зарлана. Ни өсөн был бюрократик волокитаны кәметеү өсөн берәй мәғлүмәт базаһы булдырылмай, тигән һорау бирҙе ҡатын.

— Был проблеманы хәл итеү өсөн әлеге ваҡытта электрон иҫәпкә алыу системаһы әҙерләнә, — тип аңлатты ул. – 1 июлдән хеҙмәттәр күрһәтеү системаһын электрон төргә күсереү планлаштырыла. «Берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәр булдырыу хаҡында һүҙ.

Мөрәжәғәт итеүсе граждандарҙың барлыҡ мәсьәләләрен үҙ контроле аҫтына алып, республика Президенты улар буйынса аныҡ күрһәтмәләр бирҙе. Проблемаларҙың күпселеге – урындағы властарҙың эшләп еткермәү, уларҙың халыҡтан алыҫ тороу һөҙөмтәһе. Башҡортостан Президентының Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла граждандар менән бындай осрашыуы – әлеге дистанцияны ҡыҫҡартыу юлдарының береһе.