2 декабрь, Йома

02 март 2012 йыл, 12:16

Рөстәм Хәмитов Иглин районындағы «Дельфин» бассейнын асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

2 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иглин районына эш сәфәре барышында «Дельфин» бассейнын асыу тантанаһында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә. Ул 2008 йылдың декабрендә төҙөлә башлаған. Бассейн төҙөлөшөнә республика ҡаҙнаһынан 54 млн һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Бинаның беренсе ҡатында ололар өсөн 25 метрлыҡ һәм балалар өсөн бәләкәй 10 метрлыҡ бассейн эшләнгән. Шулай уҡ кейенеп-сисенеү бүлмәләре, душ кабиналары, ял бүлмәһе, медицина кабинеты, сауна бар. Икенсе ҡатта  административ-көнкүреш биналары, фитобар һәм тренажерҙар залы урынлашҡан.

Рөстәм Хәмитов Иглин халҡын ошондай спорт объекты асылыуы менән ҡотланы. Артабан республика Президенты спортсыларҙың символик ярышына старт бирҙе, бынан һуң балалар өсөн эшләнгән бассейнды, медкабинетты, тренажерҙар залын ҡараны һәм фитобарға инеп сыҡты.

Рөстәм Хәмитов йәнә Иглин ауылының спорт-һауыҡтырыу комплексы менән танышты һәм спорт секцияларында шөғөлләнгән балалар менән аралашты.

Балалар менән әңгәмәләшеүе барышында республика башлығы үҙенең дә спортты үҙ итеүен, спорт менән шөғөлләнеүен билдәләне һәм, яңы бассейн Иглинда һәм Иглин районында спорт менән шөғөлләнеүгә ныҡ ярҙам итер, тигән ышанысын белдерҙе.

— Ысынбарлыҡта был ябай ваҡиға түгел, сөнки, минең аңлауымсы, бассейндар көн дә, хатта йыл да асылмай, – тине Рөстәм Хәмитов. — Бигерәк тә уның районда беренсе бассейн булыуын иҫәпкә алғанда. Беҙ бөтә республика буйынса бассейн, спорт залдары, саңғы базаларын үҙ эсенә алған физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү кеүек күләмле эште дауам итәбеҙ. Был, моғайын, дөрөҫтөр ҙә, сөнки спорт бер яҡтан сыныҡтырһа, икенсе яҡтан йәштәрҙе һәр төрлө насар эштәрҙән ситләтә. Үҫмерҙәр даими шөғөлләнә башлай, үҙенә яҡшы шөғөл таба. Шуға күрә бөгөнгө көн — һеҙҙең менән беҙҙең өсөн байрам. Мин һеҙҙе был байрам уңайынан ҡотлайым. Яҡшылыҡтар теләйем һәм берәй ҡасан кәрәк-яраҡтар алып, һеҙҙең менән йөҙөргә киләм, — тине Президент.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың инициативаһы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән «2015 йылға тиклем спорт тәғәйенләнешендәге махсус объекттар төҙөү һәм реконструкциялау» тип аталған республика программаһы тормошҡа ашырыла. Был программа буйынса Башҡортостанда тағы 41 бассейн, шул иҫәптән физкультура-һауыҡтарыу комплексы составындағы 26 бассейн төҙөү планлаштырыла.