10 декабрь, Шәмбе

02 март 2012 йыл, 12:15

Һайлау көнөндә судтар эшләйәсәк

автор: Ольга Мортазина

Рәсәй Федерацияһы Президентын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау арҡаһында 2012 йылдың 4 мартында республика судтары көндәлек эш тәртибендә эшләйәсәк, тип хәбәр итте БР Юғары судының матбуғат секретары Елена Макушина. Район һәм ҡала судтарында, Юғары судта судьяларҙың нисек дежур итеүе билдәләнгән.

—РФ Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 260-сы статьяһына ярашлы, тауыш биреүгә бер көн ҡалғас, тауыш биреү көнөндә йәки һайлауҙан һуң иртәгәһенә бирелгән ғариза шунда уҡ ҡарала. Ғаризала күрһәтелгән факттар өҫтәмә тикшереүҙе талап итһә, ғариза бирелгән көндән алып ун көндән дә һуңға ҡалмайынса ҡаралырға һәм хәл ителергә тейеш, — тип хәтергә төшөрҙө Елена Макушина. — Был һайлаусылар исемлегендәге хаталар йәки референдумда ҡатнашыусылар тураһындағы ғаризаларға ла ҡағыла. Һайлау көнөндә улар кисекмәҫтән ҡарала.

темалар: һайлау