9 декабрь, Йома

02 март 2012 йыл, 11:41

Өфөлә беренсе «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһе үтте

автор: Галина Бахшиева

Байрам — 8 Март алдынан «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһе үтте, уға 800 гүзәл зат вәкиле килде. Йәрминкәлә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, шулай уҡ финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән һәм социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмалар үҙҙәренең вакансияларын тәҡдим итте.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчинаның хәбәр итеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһендә баш ҡаланың 30-ҙан ашыу эш биреүсеһе ҡатнашҡан. Улар 400-гә яҡын эш урыны тәҡдим иткән.  

— Беҙҙең йәрминкәлә медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогик белеме булған менеджерҙар, һатыусылар, кондитерҙар, ашнаҡсылар, социаль хеҙмәткәрҙәр, матурлыҡ буйынса консультанттар, сауҙа вәкилдәре ҙур һорау менән ҡулланды. Бынан тыш, эш биреүселәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сәнәғәт белгеслектәре буйынса вакансиялар ҙа тәҡдим итте, — тине Ирина Турчина.

Предприятие вәкилдәре менән әңгәмәләшеү йомғаҡтары буйынса 160-ҡа яҡын өфөлө эшкә саҡырыу алды.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Мартҡа ҡарата ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған икенсе һәм һуңғы вакансиялар йәрминкәһе байрамдарҙан һуң – 15 мартта үткәреләсәк. Унда күмәртәләп сауҙа итеү һәм ваҡлап һатыу ойошмалары, шулай уҡ ҡунаҡханалар һәм ресторандар үҙҙәрендә булған эш урындарын тәҡдим итмәксе.