3 декабрь, Шәмбе

02 март 2012 йыл, 11:30

Башҡортостан Президенты, мәҙәниәттә экономияларға кәрәкмәй, тигән фекерен белдерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, мәҙәниәттә экономияларға кәрәкмәй, тигән фекерен белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеү артыҡ ҙур сығымдар талап итмәй, әммә һөҙөмтәләрҙең ярайһы уҡ ҙур булыуы ихтимал.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов Сибайҙа стерео-кинотеатр асылыуын миҫалға килтерҙе. Бының өсөн артыҡ күп аҡса ла кәрәкмәне – ни бары 7,5 миллион һум. Уның ҡарауы, хәҙер фильмдарҙың премьералары бында Мәскәү менән бер көндә үтә, был кинотеатрға Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан да киләләр, ә бығаса улар Магнитогорск ҡалаһына йөрөй ине.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, хәҙер шундай уҡ кинотеатрҙы Бәләбәйҙә асыу мәсьәләһе хәл ителә. Бөрөлә лә бындай кинотеатр кәрәк, сөнки ҡала халҡына 100 километр ара үтеп, Өфөгә йөрөргә тура килә. Ә мәсьәләне бюджетта булған шул уҡ ете миллион менән хәл итергә була.

— Мәҙәниәткә ярҙам итеү мәсьәләһе – ул, тәү сиратта, ҡарар ҡабул иткән кешенең эске мәҙәнилеге кимәле күрһәткесе, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.