7 декабрь, Шаршамбы

02 март 2012 йыл, 10:24

Республика Рәсәйҙең бюджет системаһына 380 миллиард һум аҡса килтерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Рәсәйҙең бюджет системаһына 2011 йылда яҡынса 380 миллиард һум аҡса йүнәлтте, был элекке йыл менән сағыштырмаса өстән бер өлөшкә күберәк. Бындай мәғлүмәт менән, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап, төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов таныштырҙы.

Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәренсә, һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең үҫеш темптары Башҡортостанда уртаса Рәсәйҙекенә ҡарағанда түбәнерәк булып ҡала. Йән башына бюджет тәьмин ителеше лә илдәге урта күрһәткестән артта ҡала. Бындай осраҡта бюджетҡа өҫтәмә килемдәр йәлеп итеү мөһим.

— Былтыр республикала Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү программаһы тормошҡа ашырыла башланы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Программа сиктәрендә әлегә сығымдарҙың яҡынса 70 проценты ғына тормошҡа ашырыла. Быйыл 100 процент кимәлгә сығыу зарур. Ағымдағы йыл аҙағына беҙ шулай уҡ өс йыллыҡ бюджетҡа күсәсәкбеҙ. Барлыҡ был саралар планлаштырыу мөмкинлектәрен арттырасаҡ, эшмәкәрлекте тәртипкә һаласаҡ. Кәмселектәрҙе «ямау» сәйәсәтенән оҙайлы сроклы пландарға нигеҙләнгән уйлап эшләнелгән системалы эшкә күсергә ваҡыт.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, республикала бюджетты тулыландырыу мәсьәләһен хәл итергә эре һалым түләүселәр менән маҡсатлы эшләү ҙә ярҙам итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте эре бизнес менән эшселәргә социаль гарантия һәм эш хаҡын индексациялау тураһында килешеүҙәр төҙөү тәжрибәһен йәйелдермәксе.

Урындарҙа проблеманы хәл итеү өсөн республика Хөкүмәте 2011 йылда муниципаль бюджеттарҙың төбәк бюджетына бәйле булыуын кәметеү буйынса эште әүҙемләштерә башланы. Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ҡулланып алынған һалымдарҙың 50 процентын муниципалитеттар кимәленә йүнәлтеүҙе күҙ уңында тотҡан тейешле закон ҡабул ителде.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, дәүләт сығымдарының һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләрен хәл итеүҙә дәүләт заказы системаһын яңыртыу ҙа ҙур ярҙам итте. Ике ҡатмарлы процесс – дәүләт һатып алыуҙар системаһын эҙмә-эҙлекле үҙәкләштереү һәм электрон сауҙаға күсеү уңышлы үҙләштерелде.  

— 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты менән 24 миллиард һум дөйөм суммаға яҡынса 8,5 мең электрон сауҙа үткәрелде, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был дәүләт ихтыяждары өсөн иғлан ителгән аукциондарҙың дөйөм һанының 90 проценты самаһы.

Башҡортостан Президенты фекеренсә, асыҡлыҡ былтырғы бюджет процесының яңы элементы булды. «Халыҡ бюджеты» программаһы сиктәрендә тәүгә йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында бюджет параметрҙары буйынса тармаҡ тыңлауҙары үткәрелде. Тәҡдимдәрҙе тикшереү барышында бюджет сәйәсәтенең әһәмиәтле йүнәлештәре билдәләнде. Бюджетты проектлауҙа улар иҫәпкә алынасаҡ.