Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов оппозициянан Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты

Сәйәсәт

1 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан, Рәсәй Либераль-демократик партияһынан, «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан күрһәтелгән, «Беҙҙең ҡаланың командаһы»на ҡушылған Өфө ҡала Советына депутлыҡҡа кандидаттар менән осрашты.

Осрашыуҙа һайлауҙарға әҙерлек мәсьәләләре һәм киләсәккә пландар тикшерелде. Ҡатнашыусылар, партияларҙың фекерҙәр төрлөлөгө Башҡортостандың баш ҡалаһы халҡына файҙа килтереүгә йүнәлтелгән көндәлек эшмәкәрлектә ҡамасауларға тейеш түгел, тигән фекергә килде.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, «ҡала советында, иң элек, ҡала хужалығындағы көндәлек мәсьәләләр менән шөғөлләнергә кәрәк, был иһә бөтөнләй икенсе эш — бында сәйәсәт аҙ, башлыса ысынбарлыҡтағы ҡәҙимге тормош».

— Ғөмүмән, кем һәм ниндәй депутат, ҡайһы партия вәкиленең был эште башҡарасағы ҡала халҡы өсөн мөһим түгел. Шуға күрә әле ҡалабыҙҙың командаһын төрлө партия вәкилдәренән туплау тураһында һөйләшеп килешергә кәрәк, асылда был командала ҡатнашыу өсөн бер ниндәй сикләүҙәр ҙә юҡ. Был, заманса итеп әйткәндә, бөтә Рәсәйгә хас тренд, шуға күрә ваҡыты еткәс ҡала советында бергәләп эшләрбеҙ һәм власть алдында торған бурыстарҙы бергәләп хәл итербеҙ, тип ышанам, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Осрашыуҙың стенограммаһы тулыһынса республика башлығының рәсми порталында бирелгән: http://www.presidentrb.ru/rus/press_serv/novosti/30072.html

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть