10 декабрь, Шәмбе

01 март 2012 йыл, 17:17

Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәре Алжирға йыйына

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың эшлекле даирәләре вәкилдәре Алжир Республикаһына йыйына, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында. Визит 5-нән 13 мартҡа тиклем планлаштырылған. Ҡатнашыусылар консорциумы составында «Пакер» фәнни-производство фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бурсервис» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте , «БашИнноТек» инновацион-инжиниринг үҙәге» фәнни предприятиеһы бар. Шулай уҡ ете ситтән тороп ҡатнашыусы билдәләнгән. Делегацияны БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт , төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Наил Ҡотлогилдин һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин етәкләйәсәк.  

Визит программаһында Хасси-Мессауд ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара нефть һәм газ күргәҙмәһенә барыу, Рәсәйҙең Алжирҙағы Илсеһе менән осрашыу планлаштырылған. Шулай уҡ дәүләт компаниялары етәкселәре, Алжирҙың Энергетика министрлығы вәкилдәре менән эшлекле контакттар ҙа ҡаралған.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Барминдың әйтеүенсә, республика предприятиеларының геологик разведкалауҙағы, нфть һәм газ сығарыуҙағы, углеводород сеймалын транспортлауҙағы компетенцияларын күрһәтеү, шулай уҡ Алжир баҙарына сығыу өсөн урындағы эшҡыуарҙар менән тура бәйләнештәр булдырыу визиттың төп маҡсаты булып тора.