4 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2012 йыл, 16:42

Республиканың 10 ҡалаһында «берҙәм тәҙрә» асыласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

2012 йылда Башҡортостандың 10 ҡалаһында «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙең филиалдары асыласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан был маҡсатҡа дөйөм алғанда 250 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Был турала бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында отчет менән сығыш яһағанда Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Уның фекеренсә, күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртыу һәм уларҙың күп өлөшөн электрон төргә күсереү – төбәк етәкселегенең 2012 йылға билдәләнгән өҫтөнлөклө бурыстарының береһе.

Бөгөн республикала дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең административ регламенттары әҙерләнә. Әммә уларҙың яртыһынан аҙырағы ғына федераль ҡануниәт талаптарына яуап бирә. Шуға күрә был өлкәлә эшләйһе эштәр күп әле.

— Дәүләт мәғлүмәт системаларын – реестрҙы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталын камиллаштырыу дауам итә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн реестрға, әлегә тест режимында, 17 ведомство һәм 35 муниципаль берәмек тоташтырылған. Порталда 400 төрҙән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башкортостан ведомстволар үҙ-ара электрон документтар әйләнеше ярҙамында хеҙмәттәшлек итһен өсөн технологик карталар булдырыу эштәрен башлаған төбәктәр иҫәбенә ингән. Ошо карталар ярҙамында быйыл 150-нән ашыу дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе ҡулайлаштырыу көтөлә. Әйткәндәй, республикалағы власть органдарының электрон хеҙмәттәшлеген ойоштороу эштәре ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем тамамланырға тейеш.