3 декабрь, Шәмбе

01 март 2012 йыл, 16:06

Бәләкәй бизнес Башҡортостанға йыл эсендә дүрт миллиард һум аҡса килтерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан бюджетына бәләкәй һәм урта бизнестан һалым килемдәре 2011 йыл дауамында 16 процентҡа артып, 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Бөгөн төбәктә йәмғеһе 112 мең бәләкәй һәм урта бизнес субъекты иҫәпләнә. Беҙҙә иҡтисади секторҙа эшләгән һәр дүртенсе хеҙмәткәр әлеге өлкәлә мәшғүл. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында тәүге унау иҫәбендә. Бындай мәғлүмәттәр менән, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап, республика Президенты Рөстәм Хәмитов таныштырҙы.

Ул шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыуға 2011 йылда 380 миллион һум аҡса бүленеүе хаҡында әйтте. Был сумманың дүрттән өс өлөшө ҡушып финанслау тәртибендә федераль бюджеттан йәлеп ителде. Һөҙөмтәлә дүрт меңгә яҡын эшҡыуар ярҙам алды. Туғыҙ меңгә яҡын эш урыны һаҡланып ҡалды, һәм ике меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылды.

2011 йылда бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү механизмы принципиаль үҙгәртелде, тине Рөстәм Хәмитов. Төп нигеҙ яйлап ҡына муниципаль кимәлгә күсерелә. Кемгә һәм нисек ярҙам итеү мәсьәләләре хәҙер урындарҙа үҙаллы хәл ителә. Һөҙөмтәлә республиканың 55 муниципалитетына эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн яҡынса 180 миллион һум аҡса бүленде.

Шулай уҡ 2011 йылда төбәктең ҡала һәм райондарында Микрофинанслау үҙәгенең һигеҙ өҫтәмә офисы асылды, уларҙа эшҡыуарҙар кредит юллай ала, шулай уҡ бушлай консультациялар ала. Бынан тыш, уларға оҡшаш үҙәктәр Һаҡлыҡ банкы менән берлектә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта асылды. Уларҙа үткән йылдың ноябренән алып 200-ҙән ашыу бәләкәй бизнес субъекты ярҙам алды.

Шулай уҡ, Башҡортостан Президенты фекеренсә, бәләкәй бизнес беҙҙә, илдең күпселек төбәктәрендә кеүек үк, күп ауырлыҡтарға осрай. Административ кәртәләр әле булһа бар. Республика етәкселеге был мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәк.