3 декабрь, Шәмбе

01 март 2012 йыл, 15:53

Пенсиялар 8 март байрамы алдынан таратыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү уңайынан республикалағы почта элемтәһе ойошмалары менән пенсиялар һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәр махсус график буйынса таратыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Ҡалтасы, Краснокама, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Өфө райондарында:

5-е һәм 8-ҙе өсөн — 5 мартта,

6-һы һәм 9-ҙы өсөн — 6 мартта,

7-һе һәм 10-ы өсөн 7 мартта биреләсәк.

Бүтән ҡалалар һәм райондарҙа: 6 март — 6-һы һәм 8-ҙе өсөн, 7 март — 7-һе һәм 9-ҙы өсөн.

10 марттан алып түләүҙәр билдәләнгән график буйынса башҡарыласаҡ.