9 декабрь, Йома

01 март 2012 йыл, 15:17

Башҡортостан «виртуаль» һыйырҙарҙан арынды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан «виртуаль» һыйырҙарҙан ҡотолдо – төбәктәге эре мал иҫәбе тураһындағы статистика мәғлүмәттәре 2011 йыл дауамында тәртипкә килтерелде. Был турала БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында республика Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет менән сығыш яһаған Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, былтыр төбәк аграрийҙары етерлек мал аҙығы базаһын булдырған, әммә малсылыҡтағы хәлдәр ҡатмарлы булып ҡала – 2011 йыл башында мал иҫәбенең кинәт кәмеүе күҙәтелгән. Был проблеманы хәл итеүгә, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, малсылыҡ өлкәһендә бер нисә перспективалы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ярҙам итергә тейеш. Атап әйткәндә, «Разгуляй» агрохолдингы Бүздәк, Шишмә һәм Благовар райондарында ит етештереү һәм эшкәртеү буйынса заманса комплекстар төҙөй башлаған. «Эксима» агрохолдингы республикала сусҡасылыҡ буйынса заманса селекцион-гибрид үҙәге төҙөргә ниәтләй. Был проектҡа бер миллиард һум самаһы инвестициялар йәлеп итәләсәк.

Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, малсылыҡ тармағы, дөйөм алғанда ауыл хужалығы кеүек үк, етди модернизациялауға мохтаж.

— Әле һаман бик күп мәсьәләләр хәл ителмәгән, — тине ул. — Былар ҡала һәм ауыл араһында һаҡланған хаҡтар диспаритеты, төп фондтарҙың тиҙ иҫкереүе, ауылдарҙағы социаль инфраструктураның насар үҫешеүе. Һәм, әлбиттә, ауылда йәшәгән граждандарыбыҙҙың аҙ табыш алыуы.

Был мәсьәләләрҙе муниципалитеттарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү комплекслы программалары хәл итергә ярҙам итергә тейеш, тип иҫәпләй республика Президенты.