5 декабрь, Дүшәмбе

01 март 2012 йыл, 15:15

Республикала уртаса эш хаҡы кимәле 2011 йылда яҡынса 13 процентҡа артты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда йәшәүселәр эш хаҡын уртаса Рәсәйҙекенә ҡарағанда яҡынса 22 процентҡа кәмерәк ала. Был хаҡта, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһап, республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Былтыр республикала эш хаҡын арттырыу буйынса бер нисә сара күрелде, тип белдерҙе ул. Үткән йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡының минималь кимәле 5,5 мең һумға тиклем күтәрелде. Бынан тыш, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡына өҫтәмә түләүҙәр – ике тапҡырға, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр өлкәләре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 17 процентҡа арттырылды, шулай уҡ уҡытыусыларҙың эш хаҡы артты. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең оклады ике тапҡыр арттырылды. Иҡтисадтың бюджеттан тыш секторында тариф ставкалары күләмдәре 15 проценттан ашыуыраҡҡа индексацияланды.

Республика Президенты билдәләүенсә, барлыҡ был саралар һөҙөмтәһендә, Башҡортостанда уртаса эш хаҡы кимәле 2011 йылда яҡынса 13 процентҡа артып, 18 мең һумдан ашыу тәшкил итте.