Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Урал аръяғын үҫтереүгә республикала биш миллиард һум аҡса бүленгән

Сәйәсәт

Урал аръяғын үҫтереү комплекслы программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2011 йылда биш миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шуларҙың 3,5 миллиарды –төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға, ә 1,5 миллиарды социаль инфраструктураға киткән. Күрелгән саралар 1,6 меңдән ашыу эш урыны булдырырға мөмкинлек биргән. Был турала БР Дәүләт Йыйылышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет менән сығыш яһаған төбәк Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Ул былтыр йыл аҙағында ҡабул ителгән республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһы тураһында ла һөйләне.  Уны тормошҡа ашырыуға аҡса быйыл бүленә башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта был төбәктең транспорт инфраструктураһын төҙөүгә генә 2012 йыл аҙағына тиклем 400 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.

Республикала төбәктәрҙе үҫтереү буйынса тағы бер махсус программа, атап әйткәндә, моноҡалаларға ярҙам итеү программаһы, эшләй. Уның сиктәрендә Белорет ҡалаһын модеризациялау планы раҫланған. Был маҡсатта федераль бюджеттан 80 миллион һум бүленгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть