8 декабрь, Кесе йома

01 март 2012 йыл, 14:13

2011 йылда Башҡортостан аграрийҙарға ярҙамға 16 миллиард һум аҡса йүнәлтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү маҡсатында 2011 йылда 16 миллиард һум тиерлек аҡса йүнәлтелгән — республика бюджетынан 13,6 миллиард, федераль бюджеттан 2,2 миллиард. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет менән сығыш яһағанда шундай һандарҙы уҡып ишеттерҙе.

— Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләмдәре 100 миллиард һумдан артты, — тине ул. — Тулайым продукция күләменең индексы 139 процент тәшкил итте. Былтыр республика Хөкүмәте аграрийҙарыбыҙға ярҙамды дөрөҫ һәм һөҙөмтәле ойоштороу өсөн етди саралар күрҙе. Яҙға тиклем дәүләт ярҙамының күләме һәм механизмдары билдәләнде, субсидиялар биреү тәртибен регламентлаусы норматив акттар ҡабул ителде.

Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, ужым культураларын туҡландырыуға минераль ашламалар һәм орлоҡ һатып алыуға, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарын арзанайтыуға субсидиялар бүлергә ҡарар итеү ҙә Башҡортостан аграрийҙарына етди ярҙам булған.  

Һатып алынған ауыл хужалығы техникаһы хаҡының 40 процентын компенсациялау ҙа аграрийҙарға ныҡ ярҙам иткән. Ауылдарҙағы техника паркы ныҡ иҫкергән. Уның туҙған хәлдә булыуы әле ауыл хужалығы производствоһы үҫешенә ҡамасаулаусы төп сәбәптәрҙең береһе.  Күрһәтелгән ярҙам һөҙөмтәһендә 2011 йылда республика аграрийҙары өс меңгә яҡын техника берәмеге һатып алған. Был —һуңғы бер нисә йылдағы иң яҡшы күрһәткес.

Ауыл халҡына ла һөт етештереүҙә етди ярҙам күрһәтелгән. Ауыл хужалығы предприятиеларын әйләнештәге аҡса менән тәьмин итеү өсөн 2011 йылдың икенсе кварталында тапшырылған һөттөң һәр литрына 1,8-шәр һум өҫтәлгән. Ағымдағы йылдың март айында 2011 йылдың өсөнсө кварталы өсөн ошондай уҡ субсидия түләнәсәк.

Рөстәм Хәмитов 2011 йылда көҙөн фермерлыҡ хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһының старт алыуын хәтергә төшөрҙө. Унда ҡатнашыуға 200-ҙән ашыу заявка бирелгән. Ошо уҡ ваҡытта 54 фермер, 100 миллион һум күләмендә ярҙам алып, үҙҙәренең проекттарын ғәмәлгә ашырыуға тотонған. Шулай уҡ 2011 йылда Башҡортостанда һөт-тауар фермаларын комплекслы яңыртыу эштәре башланған. Был программа сиктәрендә 2011 йыл аҙағына тиклем йөҙҙән ашыу фермаға аудит үткәрелгән. Биш йыл эсендә 500 фермаға капиталь ремонт үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан был проект быйыл тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.  

Республиканың аграр комплексы тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов 2010 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәләренең тулыһынса бөтөрөлөүен билдәләне. Бынан тыш, иген баҙарындағы хәлдәр Башҡортостанда күп осраҡта иген менән залог операциялары үткәреү механизмын булдырыу һәм уны тормошҡа ашырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе арҡаһында тотороҡланған.