Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн бушлай семинар үткәреләсәк

Йәмғиәт

Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған, шул иҫәптән хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошма етәкселәре һәм белгестәре өсөн бушлай семинар 15 мартта Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында үтәсәк.

— Уның сиктәрендә иҫәп алып барыу, отчет биреү һәм йәмәғәт ойошмаларын теркәү үҙенсәлектәре, шулай уҡ архив эшен алып барыу, средстволар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек ойоштороу мәсьәләләре тикшереләсәк, — тине БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльмира Кожаева.

Фекер алышыуҙа Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, БР Архив эштәре буйынса идаралыҡ, РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе, йәмәғәт ойошмалары белгестәре ҡатнашасаҡ.

Сара Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының эш планына ярашлы ойошторола.

Ҡатнашырға теләүселәр ирекле формала яҙылған заявканы 12 мартҡа тиклем 273-27-88; 272-36-79 телефон/факс йәки agiev.r@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша ебәрергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть