Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала балыҡсылыҡ хужалығы алып барылған участкаларҙың яңы исемлеге раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостанда балыҡсылыҡ кәсебе участкаларының һәм балыҡсылыҡ хужалығы алып барылған һыу ятҡылыҡтарының яңы исемлеге раҫланды. Тейешле ҡарарға БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.

Раҫланған исемлектә һыу объекттарының тәбиғи һәм географик характеристикалары ентекле һүрәтләнә. Документ үтәлешенә контроль Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йөкмәтелгән.

Республика территорияһында сәнәғәт, һәүәҫкәр һәм спорт, шулай уҡ тауар балыҡсылығы менән шөғөлләнәләр. Төбәктәге һыу ятҡылыҡтарында табылған биоресурстар араһында табан балыҡ, һаҙан, ротан, аҡ амур, алабуға, опто, алабалыҡ, рипус, ҡарабалыҡ, һыла, суртан, ҡорман, сабаҡ, ташбаш, аҡ сабаҡ, ҡыҙылғанат, этеш, ағасаҡ һәм тағы бер нисә балыҡ бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть