7 декабрь, Шаршамбы

01 март 2012 йыл, 12:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет менән сығыш яһаны

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы йыйылышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет менән сығыш яһаны.

Үҙенең сығышында республика башлығы, Хөкүмәт эшмәкәрлеге тулыһынса граждандарҙың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне. Бөгөн Хөкүмәт алдында торған төп бурыстарҙың береһе — халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү. Республикала эшһеҙлек кимәле, үкенескә күрә, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғары булып ҡала – унан 1,1 процентҡа ҡалыша.

Президент әйтеүенсә, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеү өсөн тәү сиратта мәшғүллек хеҙмәттәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәрергә кәрәк. Әлегә эш биреүселәрҙең барыһы ла үҙҙәрендә булған вакансиялар тураһында мәғлүмәт бирмәй. Һөҙөмтәлә, был ойошмаларҙа эшләй алырлыҡ кешеләр эшкә урынлаша алмай, ә эш менән тәьмин итеүселәрҙең иһә кәрәкле эшселәре юҡ. Эшһеҙлек проблемаһын хәл итеүгә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, әле республикала тормошҡа ашырыла башлаған «Стартҡа хоҡуҡ» проекты ла ярҙам итә ала.

Әммә эшһеҙлекте дөйөм алғанда иҡтисадты үҫтереү ярҙамында ғына тулыһынса бөтөрөргә мөмкин. Хөкүмәттең бөгөнгө эшмәкәрлеге тап ошоға йүнәлтелгән дә инде.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, 2011 йылда республика, ниһайәт, иҡтисади көрсөк эҙемтәләрен йырып сығыуға өлгәште. Республиканың эске тулайым продукты бер йылда 10 процентҡа тиерлек артҡан — был Рәсәй Федерацияһындағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Был күрһәткес буйынса беҙ триллион һумға яҡынлаштыҡ – республиканың эске тулайым продукты 980 миллиард һум тәшкил итә.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, республикала закондар сығарыу базаһы ла һиҙелерлек камиллаштырылған, был да һәр төрлө инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Проекттарҙың күбеһе граждандарға 2011 йылда тәҡдим ителгән. Бөгөн республика территорияһында 40-ҡа яҡын инвестпроект тормошҡа ашырыла. Президент Октябрьский ҡалаһында, Хәйбулла районында һәм тағы бер нисә биләмәлә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне. Йәнә республика 2011 йылда «Сибур», «Транснефть», Магнитогорск металлургия комбинаты кеүек эре сәнәғәт компаниялары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында мөһим килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән.  Белоруссия, Литва, Германия һәм башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек әүҙемләшкән. Әммә, Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, йән башына инвестициялар күләме буйынса беҙ Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға тиерлек ҡалышабыҙ.