Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостан парламентының пленар ултырышы асылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2011 йыл өсөн республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет доклады бөгөн тәбәктең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 49-сы ултырышын асты.

Шулай уҡ депутаттар өсөнсө уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында» һәм «Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында» республика закондары проекттарын ҡараясаҡ.

Икенсе уҡыуҙа биш республика закон проекты, шул иҫәптән «Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында»ғы закон проекты тикшереләсәк. Әйткәндәй, быға оҡшаш закон проекттары әлеге ваҡытта Рәсәйҙең барлыҡ тиерлек төбәктәрендә тикшерелә. Әлеге законды ҡабул итеү Рәсәй төбәктәрендәге инвестицион мөхиткә ыңғай тәҫьир итергә, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнесҡа өҫтәмә ярҙам күрһәтергә тейеш.

Беренсе уҡыуҙа парламентарийҙар «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проектын ҡараясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть