9 декабрь, Йома

01 март 2012 йыл, 11:10

Өйҙә тауыш бирергә кәрәклеге тураһында һайлаусы участка комиссияһына 4 мартта төшкө сәғәт икегә тиклем хәбәр итә ала

автор: Марина Шумилова

Сәләмәтлеге буйынса 4 мартта һайлау участкаһына килә алмаған граждандар участка һайлау комиссияһына өйҙә тауыш биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә ала.

БР Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, бының өсөн 4 мартта төшкө сәғәт 2-нән дә һуңға ҡалмайынса теләһә ҡайһы ваҡытта өйҙә тауыш бирергә теләүегеҙ тураһында участка һайлау комиссияһына тейешле ғариза ебәрергә йәки шылтыратыраға кәрәк. Яҙылған ғаризағыҙ йәки телдән мөрәжәғәтегеҙҙе участка һайлау комиссияһына туғандар, күршеләрегеҙ аша тапшырырға мөмкин.

Өйҙә тауыш биреү Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 2012 йылдың 4 мартында ғына һәм һайлаусының участка комиссияһына тапшырылған ғаризаһы йәки телдән мөрәжәғәте булғанда ғына үткәрелә. Әгәр мөрәжәғәт участка һайлау комиссияһына телдән тапшырылһа, комиссия ағзалары һайлаусының өйөнә килгәндә унан өйҙә тауыш биреү тураһында ғариза яҙҙыра. Һайлаусының ризалығы йәки уның үтенесе менән ғаризала күрһәтелергә тейешле мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға  башҡа кеше, мәҫәлән, һайлаусының туғаны яҙа ала. Ләкин һайлау бюллетене алыуы тураһында һайлаусы ғаризала шәхсән үҙе ҡул ҡуя.

темалар: һайлау