9 декабрь, Йома

01 март 2012 йыл, 10:59

Республикала «Эшсе ҡатын-ҡыҙ — 2012» конкурсы финалсылары билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда предприятие һәм ойошмаларҙың эшсе йәштәре араһында үткәрелгән «Эшсе ҡатын-ҡыҙ-2012» һөнәри оҫталыҡ конкурсы финалсылары билдәләнде.

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың ойоштороу комитетына йәмғеһе 40-ҡа яҡын материал ҡабул ителгән. Әммә тик ун кеше генә еңеүсе исеменә көс һынашасаҡ.

Улар араһында – Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы йәштәр-үҫмерҙәр клубының социаль педагогы Регина Юлбирҙина, «Салаватнефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бухгалтеры Алина Тимерғәлиева, Асҡын ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Лариса Динисламова, «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы Ольга Башкатова, Өфөнән «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы белгесе Екатерина Ключникова, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының 1 категориялы инженер-программисы Рита Абдуллина, Өфө районының «Юматово» шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының художество етәксеһе Юлиә Хәйбуллина, Нуриман районы Яңы Субай ауылындағы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Ләйлә Мартымянова, Нефтекаманан «Башҡортостан энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте агенты Луиза Минильшина, Сибай Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гүзәл Кәримова.

Конкурс финалы 15 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк. Гала-концерт 18 сәғәттә башлана.