11 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2012 йыл, 10:36

Күмертауҙа Ветерандар советын 25 йыллығы менән ҡотланылар

автор: Марина Шумилова

Күмертауҙың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ойошмаларына 25 йыл тулыу уңайынан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда Ветерандар советы ағзалары, Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, локаль хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар ҡатнашты.

Күмертау хакимиәте башлығы  Борис Беляев әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Ветерандар советына рәхмәт әйтте, ветерандарға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм именлек теләне һәм, Ветерандар советы артабан да  ҡала именлеге хаҡына хеҙмәт итер, тигән ышанысын белдерҙе.

Совет ағзаларының барыһына ла ҡала хакимиәтенән рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.