4 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2012 йыл, 10:08

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Граждандар мөрәжәғәтенән закондар сығарыу инициативалары килеп тыуа»

автор: Тимур Рәхмәтуллин

29 февралдә Өфөлә Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина граждандарҙы ҡабул итте. Башҡортостан халҡы менән аралашыу барышында ул төрлө пландағы ун мәсьәләне тикшерҙе. Проблемаларҙың күпселеге социаль характерҙа: эш хаҡы, торлаҡ мәсьәләһе. Шулай уҡ уға фиктив банкротлыҡ һөҙөмтәһендә зыян күргән алты оло йәштәге ҡатын да мөрәжәғәт итте. Депутатҡа ҡала конкурсында еңеүсегә майҙа Прагала үтәсәк халыҡ-ара музыкаль фестивалдә ҡатнашыу өсөн ярҙам итеү үтенесе менән бер ҡыҙ ҙа килде.

Парламентарийға Өфөнөң «Уфаводоконал» биҫтәһендә мәсет төҙөргә теләгән ир кеше мөрәжәғәт итте. Уның фекеренсә, мең кешегә иҫәпләнгән ғибәҙәтхана Өфө үҙәгендә тиерлек урынлашасаҡ һәм ул хатта Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәргә күренеп торасаҡ. Буласаҡ бинаның исеме лә бар – «Фатихә». Әммә әлеге ваҡытта проект та, башҡа кәрәкле документтар ҙа, төҙөү өсөн аҡса ла (100 миллион һум самаһы кәрәк буласаҡ) юҡ. Мәсет төҙөү өсөн биләмә генә бүленгән.

Дини эшмәкәрҙе тыңлағандан һуң, Зөһрә Рәхмәтуллина уға кәрәкле документтар йыйырға, бағыусы булараҡ республиканың эре предприятие етәкселәрен, эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә һәм бындай башланғыстарға ярҙам иткән Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет рәйесе Вячеслав Пятковҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.

Норматив-хоҡуҡи акттарға, Хөкүмәт рәйесе Владимир Путин әйткәндәренә һәм үҙенең тормош тәжрибәһенә таянып, депутат мөрәжәғәт итеүсе һәр кемгә кәңәштәрен әйтте. Барлыҡ мәсьәләләр ҙә, парламентарий һүҙҙәренсә, ентекле тикшереләсәк, ҡайһы берәүҙәре төрлө дәүләт учреждениеларына йүнәлтеләсәк. Алынған яуаптарҙы депутат үҙе эшкәртеп, граждандарға еткерәсәк.

— Граждандар менән бындай аралашыу бик һөҙөмтәле сара, — тип хәбәр итте Зөһрә Рәхмәтуллина «Башинформ» агентлығына. – Күпселек мәсьәләләр федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап итә. Граждандарҙың бындай мөрәжәғәтенән аҙаҡтан закондар сығарыу инициативалары барлыҡҡа килә.

Билдәләп үтәйек, Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары булараҡ, ул Өфөлә бындай икенсе осрашыу үткәрә. Бынан тыш, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Зөһрә Рәхмәтуллина 50 Рәсәй гражданын, шул иҫәптән Башҡортостандан ике кешене ҡабул итте.