10 декабрь, Шәмбе

01 март 2012 йыл, 9:08

2012 йылда Башҡортостанда 181 км оҙонлоғондағы федераль юлдар ремонтланасаҡ [видео]

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2011 йылда Башҡортостан территорияһында 170 километрға яҡын федераль юлдар ремонтланған. Быйылға билдәләнгән план – 181 километр. «Башинформ»да  Федераль юл агентлығы «Һамар – Өфө – Силәбе» автомобиль магистрале идаралығының былтырғы йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды һәм киләсәккә маҡсаттар тураһында әйтеп кителде.  

— Беҙ оператив идара итеүгә тапшырылған федераль автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау һәм төҙөү буйынса дәүләт заказсыһы булып торабыҙ һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы иң ҙур дәүләт инвесторҙарының береһе иҫәпләнәбеҙ, — тип билдәләне Идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Радмир Ваһапов.

Республикала 902 километр оҙонлоғондағы М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм Р-240 «Өфө-Ырымбур» федераль автомобиль юлдары Идаралыҡ ҡарамағына тапшырылған. 2011 йылда дөйөм алғанда был автомагистралдәрҙең 23 участкаһында эштәр башҡарылған, быйыл иһә дөйөм алғанда 181 километр оҙонлоғондағы 28 участкала ремонт үткәреләсәк.

Былтыр юл эштәрен башҡарыуға федераль бюджеттан 4,7 млрд һум бүленгән, унан алдағы йылға ҡарағанда был 23 процентҡа күберәк. Әммә, Радмир Ваһаповтың билдәләүенсә, был сумма ла — нормативтар буйынса кәрәк булғандың 56 проценты ғына.

— Йөҙ процентлыҡ финанслау 2014 йылда буласаҡ, тип көтөлә, — тип өҫтәне Идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы.