4 декабрь, Йәкшәмбе

29 февраль 2012 йыл, 16:49

Өфөлә башҡорт шағиры һәм драматургы Рафаэль Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Ғафури урамында урынлашҡан 25/1 һанлы йортта Рафаэль Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды.

— Был йортта бихисап сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре йәшәгән, уларҙың береһе – данлыҡлы шағир һәм драматург Рафаэль Сафин, — тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. — Өфөлә Рафаэль Сафин иҫтәлегенә арналған ижади кисәләр һәм спектаклдәр үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле шағирға 16 февралдә 80 йәш тулыр ине.

— Рафаэль Сафин ижады республикабыҙ мәҙәниәтендә тәрән эҙ ҡалдырҙы, — тип билдәләне үҙенең сәләмләү һүҙендә БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, шағир Рауил Бикбаев. – Уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшө ҙур. Әҫәрҙәре киләсәктә лә тамашасыларҙы ҡыуандырып торор, тип ышанам.

Мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында шулай уҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актерҙары ла булды. Билдәләп үтергә кәрәк, Рафаэль Сафиндың «Йәнбикә», «Ҡыр ҡаҙҙары» һәм «Тилекәй» пьесалары театрҙа үткән быуаттың 70-се йылдарында тәүләп ҡуйыла башланы. «Йәнбикә» пьесаһын өфөлөләр айырыуса яратты, һәм ул әле булһа театр репертуарынан сыҡмай.

Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Хөрмәтулла Үтәшев һүҙҙәренсә, Рафаэль Сафин пьесалары республика театрҙарында ғына түгел, төбәктән ситтә лә ҡуйыла.

темалар: хәтер