7 декабрь, Шаршамбы

29 февраль 2012 йыл, 13:18

Владимир Путин үҫемлек майы ҡулланған һөтсөләргә ҡарата ҡатыраҡ саралар күрергә тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин һөт продукцияһы етештергәндә үҫемлек майы ҡулланған етештереүселәргә ҡарата тағы ла ҡатыраҡ саралар күреүҙе дөрөҫ һәм кәрәкле ғәмәл тип иҫәпләй. Был турала ул Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумы барышында белдерҙе.  

Үҫемлек майы ҡулланыуға тағы ла ҡатыраҡ техрегламент билдәләнгән.

— Ҡарар ҡабул ителде, — тине Владимир Путин. — Әммә бөтәһе лә тейешенсә үтәлмәй. Йә санкцияларҙы арттырырға, йә контролде көсәйтергә кәрәк.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе билдәләүенсә, был проблема Рәсәйҙә сыр етештереүгә ныҡ ҡамасаулай. Үҙе әйтеүенсә, Владимир Путин мәсьәләне был хәлдәргә ҡарата борсолоу белдергән айырым төбәк етәкселәре менән тикшергән.  

Роспотребнадзорҙың Рәсәйгә кокос һәм пальма майы ҡушып эшләнгән 129 тонна самаһы украин сырын индереүҙе тыйыуын иҫәпкә алғанда, был проблеманың айырыуса көнүҙәк булыуы аңлашыла.