8 декабрь, Кесе йома

29 февраль 2012 йыл, 16:17

Владимир Путин ҡатнашлығындағы Аграр форум бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе

автор: Алик Шакиров

Ике көн дауам иткән Бөтә Рәсәй аграр форумы ауыл халҡын борсоған бихисап көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Сарала Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарынан йәмғеһе 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Форумда аграр тематикаға бәйле барлыҡ мәсьәләләр ҡаралды, ауылда социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп проблемалары тикшерелде.

Форумдың беренсе көнөндә төрлө майҙансыҡтарҙа биш түңәрәк өҫтәл үтте. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү һәм агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү» һәм «Ауылда бәләкәй хужалыҡ формаларын һәм кооперацияны үҫтереү» темалары тикшерелде. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда «Агросәнәғәт комплексын технологик яҡтан яңыртыу» һәм «Ауыл хужалығы страховкалауын үҫтереү» түңәрәк өҫтәлдәрендә ҡатнашыусылар йыйылды. «Ауыл хужалығында ер мөнәсәбәттәрен көйләүгә бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр» темаһы республиканың Ауыл хужалығы министрлығында тикшерелде.

Форумдың икенсе көнөнөң тәүге яртыһында Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Елена Скрынник 2013-2020 йылдарға Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймалы һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Шул уҡ көндө Конгресс-холда үткән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин һәм Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков ҡатнашлығындағы Пленар ултырыш форумдың кульминацияһы булды. Һөйләшеү йөкмәткеле, асыҡ һәм файҙалы булды. Был хаҡта Владимир Путиндың сайтында урынлаштырылған тулы стенографик отчет та һөйләй.

Башҡортостандың ауыл хужалығындағы, шулай уҡ агросәнәғәт комплексын үҫтереү, маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыу тәжрибәһен форумда ҡатнашыусылар, төбәктәрҙән, федераль үҙәктән килгән делегациялар нисек баһаланы, тигән «Россия» телекомпанияһының һорауына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов былай тине:

— Башҡортостан Республикаһы илдә ауыл хужалығы производствоһы лидерҙарының береһе булып тора, шуға күрә беҙҙән өлгө алырға урын бар. Төбәктә заманса алдынғы предприятиелар, технологиялар, производстволар бар. Быларҙың барыһы менән дә ҡунаҡтарыбыҙҙы таныштырҙыҡ. Һәм Рәсәй Федерацияһының агросәнәғәт комплексы белгестәре ҡәнәғәт ҡалды. Федераль үҙәк барлыҡ башланғыстарыбыҙҙы хуплап, әхлаҡи йәһәттән генә түгел, матди яҡтан да ярҙам итә. Барлыҡ был программаларҙа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән билдәләнгән законлы килешеүҙәр бар. Уларға ярашлы, беҙ бүлгән бер һумға федераль үҙәк бер йәки ике һум бирә. Был һөтсөлөк фермаларына ремонт үткәреү программаһына ла ҡағыла. Халыҡта ул «500 ферма» тип йөрөтөлә. Был программа буйынса иң күбендә биш-алты йыл эсендә 500-гә яҡын фермаға ремонт үткәрелергә тейеш. Был фермерлыҡ хужалығына ярҙам итеү, ит һәм һөт малсылығын үҫтереү мәсьәләләренә лә ҡағыла.

Бельгияның VRT Jan Balliauw телекомпанияһына интервьюһында Рөстәм Хәмитов РФ Премьер-министры Владимир Путин визитының Башҡортостан өсөн мөһим булыуын билдәләне.

— Ил етәкселәренең береһенең килеүе Башҡортостан өсөн генә түгел, һәр төбәк өсөн дә мөһим ваҡиға булып тора. Әммә был осраҡта был визит беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки Өфөлә аграр форум үтә. Форум хаҡлы рәүештә беҙҙә үткәрелә, сөнки Башҡортостан Рәсәйҙең эре ауыл хужалығы төбәге булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов.

VRT Jan Balliauw телекомпанияһы хәбәрсеһенең ни өсөн аграр форумдың Башҡортостан өсөн мөһим булыуы тураһындағы һорауына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов былай тине:

— Сөнки республика халҡының 40 процентын ауыл кешеләре тәшкил итә, һәм беҙ ауыл хужалығы продукцияһы күләме буйынса Рәсәйҙең биш иң эре төбәге иҫәбендә. Беҙҙә яҡшы пландар бар, үҙгәртеп ҡороу осоронда тарҡатылған күп кенә фермаларҙы тергеҙергә, мал һанын арттырырға ниәтләйбеҙ, йылҡысылыҡты үҫтереү тураһында уйлайбыҙ. Беҙҙә иген күпләп етештерелә, һәм был өлкәлә ҙур мөмкинлектәр бар.