11 декабрь, Йәкшәмбе

29 февраль 2012 йыл, 13:22

Рәсәй контракт нигеҙендә хеҙмәт иткән 450 мең кешелек армияға күсәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Рәсәй хәрбиҙәрҙе контракт нигеҙендә ҡабул итәсәк армияға күсергә планлаштыра, ул яҡынса 450 мең кешенән торасаҡ. Үҙенең алдына бөгөн ил етәкселеге шундай бурыс ҡуя. Был турала Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумы барышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин хәбәр итте.

Бөгөн Рәсәйҙә, уның әйтеүенсә, армия туплауы еңел түгел. Был бер нисә факторға бәйле. Беренсенән, хеҙмәт итеү ваҡыты 12 айға тиклем ҡаҫҡартылған. Икенсенән, 1992 йылдан 2002 йылға тиклем беҙҙең илдә ғәйәт ҙур демографик упҡын күҙәтелде, уның эҙемтәләре тағы оҙаҡ һиҙеләсәк әле. Һуңғы йылдарҙа үлем кимәле кәмеп, тыуым артһа ла, демографик проблеманы тиҙ генә йырып сыға алмаясаҡбыҙ, тимәк, армия туплау өсөн егеттәр иҫәбе лә тиҙ арала етерлек күләмдә булмаясаҡ.

Владимир Путин фекеренсә, проблеманың өсөнсө яғы ла бар. Был Ҡораллы Көстәр составына саҡырырға ярамаған кешеләр категорияһының күп булыуы. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе бейеүселәрҙе, музыканттарҙы, дини һәм оборона-сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен миҫал итеп килтерҙе. Былар барыһы ла туранан-тура оборонаға һәләтлелектә сағыла. Шуға күрә хәрбиҙәрҙе контракт нигеҙендә ҡабул итәсәк профессиональ армияға күсергә кәрәк. Ил иҡтисади яҡтан был эштәрҙе «күтәрә» алғас та, хәрби хеҙмәттән азат ителгән шәхестәр категориялары киңәйтеләсәк. Уға агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре лә эләгеүе ихтимал, тип билдәләне Владимир Путин.