Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Дәүләт һатып алыуҙары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ярҙам итергә тейеш

Иҡтисад

Дәүләт һатып алыуҙары Рәсәйҙә ауыл хужалығы етештереүселәренә туранан-тура ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле инструменты булырға тейеш.  Шундай фекерен белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин, Өфөләге Бөтә Рәсәй аграр форумында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп.

Аграрийҙарҙың күбеһенең фекеренсә, илдә бөгөн, үкенескә күрә, ысынлап та шулай килеп сыға –  ғәмәлдәге дәүләт һатып алыуҙары системаһынан башлыса продукция етештереүселәр түгел, ә аралашсылар ота.

Владимир Путин әйтеүенсә, ҡайһы ваҡытта аралашсы ысынлап та кәрәк — ул тауарҙар менән тәьмин итеү, поставкалауҙағы өҙөклөктәр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Ләкин дәүләт һатып алыуҙар системаһы уларҙа ауыл хужалығы етештереүселәренең ҡатнашыуына иҫәпләнгән. Әгәр күп осраҡта етештереүселәр түгел, ә аралашсыларға ярҙам күрһәтеү килеп сыға икән, Владимир Путин фекеренсә, әле ҡулланылған система ҡайтанан ҡараласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть