3 декабрь, Шәмбе

29 февраль 2012 йыл, 12:33

Рәсәй сусҡасылыҡ тармағына ярҙам итеү өсөн 2012 йылда алты миллиард һум йүнәлтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Рәсәйҙә ағымдағы йылда сусҡасылыҡ тармағына ярҙам итеү өсөн алты миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ошондай сумманы уҡып ишеттерҙе Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумы бырышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин.

Уның һүҙҙәренсә, махсус әҙерләнгән программа сиктәрендә был тармаҡты үҫтереүгә өс йыл дауамында алтышар миллиард һум бүлеү планлаштырыла. Шулай итеп, дөйөм ағанда 18 миллиард һум бүленәсәк.

Владимир Путиндың билдәләүенсә, Рәсәйҙә эре малды үрсетеүҙе лә арттырырға кәрәк. Уның фекеренсә, аграрийҙарыбыҙ был тармаҡта эске ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек күләмгә еткән тиерлек. Әммә ил баҙарында импортҡа урын бар әле. Уны үҙебеҙҙәге производствоны арттырыу ярҙамында ҡыҫырыҡлап сығарыу мөһим, тигән бурыс ҡуйҙы премьер.