4 декабрь, Йәкшәмбе

29 февраль 2012 йыл, 12:15

Рәсәй тораҡ пункттарҙағы юлдарҙы ремонтлауға ике йылда 130 миллиард һум тотонасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Рәсәйҙә ауылдарҙағы һәм ҡала эсендәге юлдарҙы ремонтлауға алдағы ике йылда 130 миллиард һумдан да кәм булмаған сумма йүнәлтелеүе ихтимал. Был турала Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй аграр форумы барышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, бығаса был маҡсатҡа ул ҡәҙәре аҡса бер ҡасан да бүленмәгән.

Владимир Путин, Рәсәйҙә агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар, фәнни программалар әҙерләүгә лә етди иғтибар биреләсәк, тип билдәләне. Йәнә уның әйтеүенсә, «Ауылды социаль үҫтереү» айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә илдә 15 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән, ауыл ерендәге йорттарҙың яртыһы тиерлек газ менән тәьмин ителгән. Бынан тыш, ауылдарҙы телефонлаштырыу һәм электр уты үткәреү ҙә күпкә яҡшырған.

— Былар барыһы ла ауылдағы тормоштоң бөтөнләй икенсегә әйләнеүен, иҡтисади үҫеш, етештереүселәребеҙҙең позицияһын нығытыу, яңы эш урындары булдырыу һәм ауылға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асылыуын аңлата, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. –