4 декабрь, Йәкшәмбе

29 февраль 2012 йыл, 11:59

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе ауылдағы бөтә төр хужалыҡтарға ярҙам итергә кәрәклеген билдәләне

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

— Рәсәйҙең Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы съезында беҙ ауылдарҙағы яңы эш башлаған фермерҙарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам, уларға «аяҡҡа баҫырға» ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләнек, — тине Өфөләге Бөтә Рәсәй аграр форумында Владимир Путин.

Бындай программа яҡын арала раҫланасаҡ. Уны тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 2 млрд һум йүнәлтеләсәк, — тип билдәләне Владимир Путин. — Төбәктәр был эшкә үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайбыҙ.  

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе, быйыл ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһы киңәйтеләсәк, ер участкаларын рәсмиләштереү эштәре дауам ителәсәк, тип билдәләне.  

— Был маҡсатҡа былтыр федераль һәм төбәк бюджеттарынан 120 млн һум йүнәлтелде. Быйыл был сумма 1,4 млрд һум самаһын тәшкил итәсәк, — тине премьер.

Форумдың пленар ултырышында Рәсәй Хөкүмәте башлығы ауыл хужалығы етештереүселәренең табышына һалым буйынса башланғыс ставканың ғәмәлдә булыу срогын оҙайтыу мәсьәләһен күтәрҙе.

— Был мәсьәлә тикшерелә, әлегә әҙер яуабы юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Әммә һәр осраҡта ла беҙ агросәнәғәт комплексы мәнфәғәттәренән сығып эш итәсәкбеҙ.