6 декабрь, Шишәмбе

29 февраль 2012 йыл, 11:55

Рәсәй Хөкүмәте 2020 йылға тиклем агросәнәғәт комлексын үҫтереү программаһын ҡабул итәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәйҙә ағымдағы йылда 2020 йылға тиклем агросәнәғәт комплексын үҫтереү дәүләт программаһы ҡабул ителәсәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумында хәбәр итте.

— Ауыл хужалығын, шул иҫәптән ауыл ерендә бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә ҙур, оҙайлы импульс бирергә тейешбеҙ, — тип иҫәпләй Владимир Путин. – Илдә етештерелгән продукттарҙың конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу зарур. Сит илдән килтерелгән продукцияны үҙебеҙҙекенә алмаштырыу процесын тиҙләтергә, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек баҙарында позицияларҙы нығытырға кәрәк. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ҡушылыу йәһәтенән был айырыуса мөһим.

Ил етәкселеге «Ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын 2013 йылға тиклем дауам итергә тигән ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр итте Рәсәй Хөкүмәте рәйесе. Әммә был эш элеккегә ҡарағанда киңерәк алып барылырға тейеш.

— Ауыл өсөн заманса социаль сәйәсәт булдырырға тейешбеҙ, — тине премьер. – Һәм тәү сиратта граждандар мәнфәғәтенән сығып эш итергә кәрәк. Айырыуса мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау кеүек өлкәләрҙә. Әлеге ваҡытта «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү программаһы» әҙерләнә. Ул ауылдың социаль, инженер, торлаҡ-коммуналь инфраструктураһын камиллаштырыуҙың барлыҡ төп йүнәлештәрен үҙ эсенә алырға тейеш.

Владимир Путин шулай уҡ бөгөн ауыл хужалығында һанға ғына түгел, сифат күрһәткестәренә лә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеге хаҡында әйтте.