Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин крәҫтиәндәр өсөн йәрминкәләр ойоштороуҙы талап итте

Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин, Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумында сығыш яһап, төбәк етәкселәренән ауыл хужалығы етештереүселәренә ял көндәрендә йәрминкәләр ойоштороуҙа булышлыҡ итеүҙе талап итте. Уның фекеренсә, бындай көндәр һәр ерҙә лә үткәрелергә тейеш, йәрминкәләрҙә крәҫтиәндәрҙе сауҙа итеү урындары менән бушлай тәьмин итеү зарур.

Рәсәй Хөкүмәте илдә баҙарҙа сауҙа итеүҙе капиталь биналарға эҙмә-эҙлекле күсереү тураһында ҡарар ҡабул итте, тип белдерҙе Владимир Путин. Ошоға бәйле, РФ субъекттары һорауы буйынса бындай күсереү 2015 йылға тиклем кисектерелде. Әммә был кисектереү төбәктәр өсөн тынысланырға кәрәк тигәнде аңлатмай, тине Владимир Путин. Әлеге мәсьәләне хәл итеү крәҫтиәндәр иңенә төшмәһен өсөн, урындарҙа капиталь биналарҙа сауҙа итеү өсөн тейешле шарттар ваҡытында булдырылырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть