Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин: «Төбәк башлыҡтарын күпләп алмаштырырға ярамай»

Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте башлығы Владимир Путин, губернаторҙар корпусында проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, төбәк башлыҡтарын күпләп алмаштырырға ярамай, тип иҫәпләй. Был турала ул Өфөләге Бөтә Рәсәй аграр форумының пленар ултырышында белдерҙе.  

Крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтары ассоциацияһы башлығы Владимир Плотников премьерға, Хөкүмәт ҡарарҙары төбәктәргә үҙгәреп килеп етә, ошоноң арҡаһында үҙенең һөҙөмтәлелеген юғалта, тип зарланды. Был төбәк башлыҡтарының компетент булмауынан килә, тип билдәләне ул.

— Улар власты дискредитациялай, Путинды ауыр хәлгә ҡуя, — тине Плотников. Быға яуап итеп премьер бөтә ғәйепте лә губернаторҙарға япһарырға теләмәүен белдерҙе.

— Беҙҙә губернаторҙар корпусы көслө. Һис шикһеҙ, проблемалар ҙа бар, әммә губернаторҙарҙы күпләп алмаштырырға ярамай, ипле эш итергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Бынан тыш, Владимир Путин фекеренсә, әгәр ҡарарҙар төбәктәргә барып етмәй икән, тимәк, бурыстар төплө билдәләнмәгән һәм уны ғәмәлгә ашырыу контролдә тотолмаған.  

— Бының өсөн үҙ өҫтөмдән яуаплылыҡты алып ташлағым килмәй, — тип һығымта яһаны Владимир Путин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть