Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ауыл хужалығын йыһанды үҙләштереү менән бер рәткә ҡуйҙы

Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин ауыл хужалығын ил өсөн иҡтисадтың стратегик тармаҡтарының береһе булыуын һәм уның йыһан технологияларын етештереү йәки машиналар эшләү өлкәләренә тиң булыуын билдәләне. Был хаҡта ул 28 февралдә Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумында хәбәр итте.

Уның фекеренсә, ауыл хужалығы ҙур мөмкинлектәргә эйә. Был өлкәлә яңы юғары технологияларҙы ҡулланыу, яңы эш урындарын булдырыу мөмкинлектәре бар. Илдәге аҙыҡ продукттары хәүефһеҙлеге туранан-тура ауыл хужалығына бәйле. Эксперттар  билдәләүенсә, тап аҙыҡ продукттары, һыу менән бер рәттән, донъя кимәлендәге төп ресурстарҙың береһе булып тора.

Владимир Путин шулай уҡ ауыл хужалығының яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә алырлыҡ өлкәләрҙең береһе булыуын билдәләне. 2006 йылдан Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексына инвестициялар күләме триллион ярым һумдан ашыу тәшкил итте. Был ресурстар яҡшы һөҙөмтә бирҙе, миллионлаған кешенең тормошон яҡшыртты, илдең иҡтисади хәлен нығытты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть