7 декабрь, Шаршамбы

29 февраль 2012 йыл, 9:20

Өфөлә Владимир Путин Рөстәм Хәмитов менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

Өфөлә, Бөтә Рәсәй аграр форумының эше тамамланғандан һуң, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы үтте. Рәсәй Хөкүмәте башлығы дөйөм алғанда Башҡортостан иҡтисадының һәм социаль өлкәһенең, шул иҫәптән агросәнәғәт секторының үҫеш темптарын ыңғай баһаланы.

— Статистикаға күҙ йүгертеү ҙә республикалағы хәлдәрҙең ыңғай үҫеше тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә. Әгәр ил буйынса дөйөм алғанда эске тулайым продукт 4,7 процентҡа артһа, Башҡортостандағы 9% — әлбиттә, бик яҡшы һөҙөмтә. Ауыл хужалығы буйынса ла, торлаҡ төҙөү, социаль өлкәгә бәйле башҡа мөһим күрһәткестәр ҙә һәйбәт, — тине Владимир Путин.

Рөстәм Хәмитов, был темптар һаҡланасаҡ, тип билдәләне.  

— Беҙ киләсәктә лә алға ынтылышлы, һәйбәт үҫеште һаҡларға ниәтләйбеҙ. Предприятиелар дөйөм алғанда яҡшы эшләй, яҙғы сәсеү алдынан үҙебеҙҙе ышаныслы тотабыҙ, аграрийҙарыбыҙға ауыл хужалығы механизмдары, ҡорамалдар һатып алыуға өҫтәмәләр түләнек. Был өлкәлә үҙебеҙҙе бик һәйбәт, ышаныслы, тыныс тоябыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.  

темалар: хәмитов,путин