4 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2012 йыл, 17:37

Белорет районы башлығы халыҡ менән «тура бәйләнеш» үткәрҙе

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән бер нисә тапҡыр онлайн-аралашыу үткәрҙе. Уның был миҫалы тәьҫир итерлек булды. Район һәм ҡала башлыҡтары, ниһайәт, власть менән халыҡ араһында үҙ-ара аңлашыу булдырыуҙа, киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бының иң һөҙөмтәле сара булыуын аңлай башланы. Белорет быға асыҡ миҫал булып тора.

Район башлығы Владислав Миронов Белорет ҡалаһы һәм районы халҡы менән «тура бәйләнеш» үткәрҙе, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова. Ике сәғәт дауамында «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһында ул телефон аша һорауҙарға яуап бирҙе. Белорет ҡалаһының 250 йыллығына әҙерлек һөйләшеүҙең төп темаһы булып торҙо. Шулай уҡ Белорет халҡы төҙөкләндереү, юлдарҙы яҡтыртыу, торлаҡ төҙөү мәсьәләләрен дә ҡуҙғатты, ҡаланың юбилейын лайыҡлы үткәреү, ҡала урамдарына билдәле яҡташтарының исемдәрен биреү буйынса үҙ тәҡдимдәре менән бүлеште. Аралашыу барышында Владислав Мироновҡа йәмғеһе 40-тан ашыу һорау бирелде.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы йыл дауамында «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһында аҙна һайын тиерлек Белорет предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре менән «тура бәйләнеш» ойошторола. Был халыҡҡа ҡала һәм район хеҙмәттәре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирергә, шулай уҡ киҫкен проблемаларҙы ваҡтында хәл итергә ярҙам итә.